Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың һүҙҙәрен

Декабрь 13, 2023 Просмотров: 28
Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың һүҙҙәрен
халыҡҡа еткереү мөмкинлеге Башҡортостан етәксеһе
Радий Фәрит улы Хәбировтың Башҡорт теле көнөн
14 декабрҙә – Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә билдәләргә,тигән ҡарарына ярашлы тормошҡа ашты. Һәр халыҡтың иң ҡиммәтле, иң ҡәҙерле хазинаһы ул, әлбиттә, уның туған теле, сөнки тел халыҡтың ижтимағи тормошонда, уның яҙмышында баһалап бөткөһөҙ ҙур урын тота, икенсе төрлө әйткәндә,тел халыҡтың, һәр шәхестең эшмәкәрлегенең нигеҙендә ята. Ысынлап та, кешелек йәмғиәтен телдән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Тел ҡиммәтенең баһалап бөткөһөҙ икәнен тағы бер тапҡыр дәлилләп, иғтибарҙы йүнәлтеүгә ҡоролған сара булыуы беҙҙең алға һәм мөһим бурыстарҙы ҡуйыуы менән баһалы.
#башҡорттелекөнө2023
#Башҡорттелекөнө2023
#Деньбашкирскогоязыка2023
#башҡорттелендәһөйләшәм,
#яратҡанбашҡорттелеуҡытыусыһы
#спасибоучителюбашкирскогоязыка