«Баш ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк».
Декабрь 13, 2024
Просмотров: 22
«Баш ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк».
Был шиғыр юлдарын белмәгән бер генә кеше юҡтыр
башҡорт илендә. Эйе, был Аҡмулланың алтын
һүҙҙәре.Үҙе тере саҡтан уҡ халыҡ күңеленең,
заманының бөйөк улы булып танылған мәшһүр шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында
иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй
мираҫ ҡалдырған.
19 быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле шағиры, сәсән, мәғрифәт һәм
яҡтылыҡ йырсыһы.
Аҡмулланың тыуған ере Мифтахетдин Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе
Елдәр олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай
ауылында тыуған. Шулай итеп 14 декабрҙә М. Аҡмулланың да тыуған көнө тип һанала. Мәғрифәтсенең тыуған көнөнә айҡанлы саралар уҙғарылды.